Судҡа ҡунаҡ булып килгән егет ғәйепләнеүсе тип танылды. Ишек алдында тикшергән ваҡытта суд приставтары унда бысаҡ тапҡандар.
Шулай уҡ егеттә үҙе менән “БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “Данлы эш өсөн” миҙалдары һәм кеҫә телефоны табылған. Быларҙың бөтәһе урланған булыуы асыҡлана. Һөҙөмтәлә суд бинаһында егетте ҡулға алалар.
Енәйәтсе киләһе өс йылды төрмәлә үткәрәсәк.





