Иҫерек водителдәр ҡан анализын бирәсәк

2018 йылдың йәйенән алып, шоферҙарҙың күпме эскәнлеген ҡан аша билдәләйәсәктәр. Ҡанында 0,3 мг/л спирт табылған водителдәр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бындай законға 3 апрелдә Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Фото №1 - Иҫерек водителдәр ҡан анализын бирәсәк

Үҙгәрештәр ҡул ҡуйыуға 90 көн үткәндән һуң көскә инә.

Быға тиклем водителдәрҙең күпме эскәнлеге тын аша билдәләнә ине. Иҫерек килеш рульға ултырған граждандар 2 йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм була һәм 30 мең һум штраф түләргә бурыслы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ