Башҡортостанда кирбес заводы эшселәренә 1,1 млн һум эш хаҡы түләмәгән

Ағиҙел ҡалаһында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләмәү буйынса енәйәт эше асылған. 36 кеше майҙан ноябргә тиклем аҡса алмаған.

Фото №1 - Башҡортостанда кирбес заводы эшселәренә 1,1 млн һум эш хаҡы түләмәгән

Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, “Джут-Ст” ЯСЙ эшселәре алдында 1,1 млн һумлыҡ бурыс йыйған. Прокурорҙар ҡыҫылышынан һуң, етәкселек бурыстың яртыһын, 600 мең һумдытүләгән.

Әлеге ваҡытта завод директоры эштән ҡыуылды, предприятие 49 000 һум штраф түләне.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ