Башҡортостанда 5 йәшлек ҡыҙыҡайҙы эҙләйҙәр

Өфөлә атай кеше 5 йәшлек ҡыҙын урлаған. Баланың әсәһе менән улар айырылышҡандар.

Ҡатын хәбәр итеүенсә, 2 апрель көндө элекке ире дуҫтары менән бергә бәләкәй ҡыҙҙы билдәһеҙ йүнәлештә алып киткән.

Ҡыҙҙы Софья Перовская урамы 44/2 адресындағы өйөнән алып киткәндәр. Тәфтиш комитеты енәйәт эшен асты.

Ҡыҙҙың ҡылыҡһырламаһы: буйы 110 см тирәһе, ябыҡ, һоро-күк күҙле, йыш йөткөрә.

Юғалған көндө ул аҡ лампаслы һоро трико, ҡала пейзажы төшөрөлгән күксин төҫөндәге кофта кейгән булған.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 (347) 272 11 56, 8(347) 251 75 07 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.