Иртәгә, 5 апрелдә республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә -яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа - боҙлауыҡ.
Һауа температураһы республикала төндә -1,-6 градус һалҡын, көндөҙ +1, +6 градус йылы. Өфөлә төндә -3,-5 градус һалҡын, көндөҙ +3,+5 градус йылы булыуы күҙаллана.
Алдағы ике көндә: 6 апрелдә күпселек райондарҙа епшек ҡар яуыуы, 7-еһендә яуым-төшөмдөң кәмеүе көтөлә.




