Силәбе башҡорттарына биш меңгә яҡын китап ебәрелде

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы 1 март башланған китап йыйыу акцияһына йомғаҡ яһаны. Сараның маҡсаты – Силәбе өлкәһендәге китапхана, мәктәптәргә туған телдә китаптар тапшырыу.

Фото №1 - Силәбе башҡорттарына биш меңгә яҡын китап ебәрелде

Бер ай эсендә биш меңгә яҡын төрлө әҙәби, фәни китаптар, дәреслектәр йыйылды. Быларҙың барыһын да Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин ҡабул итеп алды.

Сарала Башҡортостандың Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камал, билдәле яҙыусы Флүр Ғәлимов һәм Ш. Бабич ис. йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов та ҡатнашты.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт-агентлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ