Уларҙың эҙенә төшөү өсөн хоҡуҡ һағында тороусыларға ай ярым самаһы ваҡыт талап ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 49 йәшлек эшҡыуарҙың кәүҙәһе быйыл февралдә Ферин урамындағы йорттарҙың береһе янында табылды. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, енәйәтселәр үҙ ҡорбанына 4 тапҡыр төбәп атҡан, бер патрон уның башына эләккән. Фажиғәгә тарыусы ауыр йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән. Ҡулға алыныусылар кеше үлтереүҙә һәм законһыҙ ҡорал йөрөтөүҙә ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр киллерҙарҙы яллаусының шәхесен асыҡлау менән мәшғүл.




