Өфөлә "Үҫмер" ҡунаҡханаһы эш башланы

Социаль учреждение ауыр тормош шарттарында ҡалған, ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡтар сәбәпле йорттан сығып китеүсе үҫмерҙәрҙе индерәсәк.

Фото №1 - Өфөлә "Үҫмер" ҡунаҡханаһы эш башланы

Әле ҡунаҡханала ун алты бала йәшәй. Улар менән тәрбиәселәрҙән тыш, психологтар, социаль педагогтар эшләй. Үҫмерҙар ҡул эштәренә өйрәнә, спорт һәм башҡа төр шөғөлдәр менән мәшғүл.

Уларҙың ата-әсәһе лә бар, йорто ла, ләкин үҫмерҙәр ҡунаҡханала йәшәүҙе хуп күрә. Ваҡытлыса, әлбиттә. Бында уларҙы өйҙәгеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлайҙар. Тиҫтерҙәр бер-береһе менән уртаҡ телде тиҙ таба. Өҫтәүенә ваҡыт та бушҡа үтмәй. Төрлө һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге бар. Малайҙар ҡул эштәренә өйрәнһә, ҡыҙҙар аш- һыу нескәлектәренә төшөнә.

Үҫмер саҡ - кеше ғүмерендә иң ҡатмарлы осор һанала. Был ваҡытта йыш ҡына бала һәм ата-әсә араһындағы мөнәсәбәттәр көрсөккә терәлә. Аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында балаларҙың йорттан сығып китеү ,хатта ата-әсәнең үҙ балаһын ҡыуып сығарған осраҡтары ла бар. ,,Үҫмер,, ҡунаҡханаһына тап шундай ҡатмарлы хәлдә ҡалған балар йыйылған. Бында 11 йәштән алып 18 йәшкә тимлемге үҫмерҙәр ваҡытлыса яҡлау таба.

“Ата-әсәләр балаларына ҡунаҡҡа килеп йөрөй ала. Реабилитацияны улар бергә үтәләр. Баланың өйҙән сығып китеүенә, беренсенән, ата-әсә ғәйепле”.

Миләүшә Мырҙағәлина, үҫмерҙәр өсөн республика социаль-реабилитация үҙәге директоры

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ