Йомағужа һыуһаҡлағысында гидроҡоролма төбөндә урынлашҡан тоннелде тикшереү үтте. Талап ителгән осраҡта уның аша һыу сығарыла. Шуға бигерәк тә ташҡын осоронда уның төҙөклөгө айырыуса әһәмиәткә эйә. План буйынса тикшереүҙәр унда биш йылға бер үтеп тора. Һыуһаҡлағыс хеҙмәткәрҙәре менән бергә тоннель эсенә хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин да төштө.
Үҙенсәлекле лифт дамба төбөнә төшә. Дүртәр кешелек төркөмдәр менән һыуһаҡлағыс белгестәре тоннелдең торошон тикшереүгә йүнәлә. Ер аҫтында еүеш һәм ҡараңғы. Ҡалынлығы 12 миллиметрлыҡ ҡорос киҫәктәре һәм бетондан торған япма ҙур күләмдәге баҫымға ла бирешмәй.
Ғәҙәттә, был тоннелдең эсе тулы һыу була. Шлюздарҙы биш йылға бер ҡоролманың төҙөклөгөн тикшереү маҡсатында асалар.
Ике тәүлек дауамында 90 квадрат метрлыҡ тоннелдең эсе ентекләп тикшерелә. Төп иғтибар ҡорос йөйҙәр һәм шлюз механизмдарында. Һыуһаҡлағыс ташҡын һыуҙарын туплап тороусы төп гидроҡоролмаларҙың береһе. Шуға ла механизмдарҙың теүәл эшләүенә халыҡтың именлеге бәйле.
Ташҡын мәлендә гидроҡоролма һыу кимәлен көйләргә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, Йомағужа һыуһаҡлағысында тәүлегенә 45 мегаватт электр энергияһы эшләп сығарыла. Ташҡында тупланған һыу запасы турбиналарҙың өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.
Синоптиктар фаразлауынса, ҡарҙағы һыу запасы уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән яҡынса 40 процентҡа аҙыраҡ. Шуға ла Йомағужа һыуһаҡлағысында быйыл ҙур ташҡын көтөлмәй тип билдәләйҙәр. Әммә бигерәк тә көньяҡ төбәктәрҙә ер ныҡ туңған. Шуға ла ҙур һыуға әҙерлек даими алып барылырға тейеш тигән фекерҙә белгестәр.




