Уяуыраҡ булығыҙ, талпандар миҙгеле башлана

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре яҡынлашып килгән эпидемия миҙгеле хаҡында иҫкәртә. Йыл һайын төбәктең медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалып ун меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә.

Фото №1 - Уяуыраҡ булығыҙ, талпандар миҙгеле башлана

Былтыр энцефалит вирусынан 22 кеше зарарланған булған. Бәләгә тарымаҫ өсөн прививка яһатырға мөмкин. Йыл һайын утыҙ меңгә яҡын кеше был һаҡланыу сараһынан файҙалана. Әммә вакцинацияны көҙгөһөн башлау яҡшыраҡ, сөнки бөжәктәрҙең әүҙемлегенә тиклем организмда иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш. Икенсе тапҡыр прививка 5-7 ай үткәс, өсөнсөһө яҡынса ярты йылдан һуң эшләнә.

“Әгәр ҙә прививка яһатмаған кешегә талпан ҡаҙала икән, тиҙ арала иммуноглобулин ярҙамында профилактик сара күрелә. Был процедураны 4 көндән дә оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк”.

Анастасия Күсемова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ