Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған хәйриә акцияһына Халыҡтар дуҫлығы йортонда йомғаҡ яһалды. Йыйылған китаптар араһында төрлө жанрҙағы әҙәбиәт, шулай уҡ уҡыу әсбәптары бар. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияны күптәр күтәреп ала. Билдәле яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә дәррәү ҡатнаша. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Силәбе өлкәһендә 163 мең башҡорт йәшәй. Гуманитар ярҙам милләттәштәребеҙгә туған телдә сыҡҡан яңы нәфис әҙәбиәт менән дә танышыу мөмкинлеген бирәсәк.




