Рәсәйҙә "Тоталь диктант - 2018" акцияһына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Мәғариф проектының рәсми сайтында электрон теркәү үтергә мөмкин. Граждандарҙың грамоталылығын һынаясаҡ сара 14 апрелгә тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Рәсәйҙә "Тоталь диктант - 2018" акцияһына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Диктант өсөн текстарҙы йыл һайын билдәле яҙыусылар әҙерләй. Быйыл был хоҡуҡ "Зөләйха күҙҙәрен аса" романы авторы Гүзәл Яхинаға тапшырылған. Өфөлә диктантты 32 майҙансыҡта: юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа яҙыу ойошторола.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте totaldict.ru сайтында табырға мөмкин.

Автор: Вәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ