Йәштәр фестиваленең рәсми өлөшөн йола буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары аса. Бөтә уҡыу йорттарының иң сағыу сығыштары абруйлы жюри тарафынан "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк гала-концертҡа һайлап алынасаҡ.
Рәсәй студеттарының яҙғы фестивале үҙешмәкәр студент ижадын үҫтереүсе берҙән-бер программа. Ул 1992 йылдан бирле тормошҡа ашырыла һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән 2, бөтә Рәсәй кимәлендә 10, округтарҙа 9 һәм төбәктәрҙә 80 сараны үҙ эсенә индерә. "Студент яҙы" фестивале прораммаһында йыл һайын илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендәге уҡыу йорттарынан миллион ярым студент сығыш яһай.




