Благовещен ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһенә пилот проекты сиктәрендә яңы иҫәпләү ҡоролмаһы ҡуйылған. Прибор фатирҙарҙа һыу, электр энергияһы күпме сарыф ителгәнлеген сәғәт һайын күҙәтеп барыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, күрһәткестәр онлайн режимда уҡ яҙып алына.
Заманса ҡоролманы алдап булмай, сөнки магнит һәм башҡа әйберҙәрҙе прибор эсенә ҡуйылған модем шунда уҡ теркәп ҡуя.
БСТ каналының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Фәниә Юланова йорт йәшәүселәре менән аралашып алды.
Хужабикәләр тотонған һыу, электр энергияһы өсөн сығымдар сәғәт һайын онлайн режимда алынып, идарасаһы компанияға ебәрелеүенә һаман да ышанып бөтә алмай.
Әммә шик-шөбһәләргә урын юҡ, тип ышандыра белгестәр. Прибор урынлаштырған һәр бер фатир хужаһына интернетта шәхси кабинет асылған. Улар теләгән ваҡытта асып ҡарап, шулай уҡ үҙҙәренең һорауҙарына яуаптар таба ала.
Был иҫәпләү ҡоролмаһы элеккеһенән әллә ни айырылмай. Әммә бынан ары фатир хужалары магнит ҡуйып мутлаша алмаясаҡ. Сөнки ҡоролмаға урынлаштырылған модем шунда уҡ был осраҡты теркәй. Прибор 10 йылға иҫәпләнгән батарея ярҙамында эшләй.
Әйткәндәй, яңы иҫәпләү ҡоролмаһы ҡуйылыуға күп тә үтмәй, йорттағы бер фатир хужалары мутлашыу аҙымына бара. Идарасы компания әлегә иҫкәртеү менән генә янаған. Система кеше факторын кәметеү йүнәлешендә эшләй ҙә инде, сөнки күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм йорт ихтыяждары өсөн сығымдарҙы күршеһенә япһарыусылар ҙа юҡ түгел.
Пилот проекты ике ай эсендә төбәктә үҙ һөҙөмтәһен биргән. Шуға ла белгестәр киләсәктә яңы ҡоролмаларҙы республиканың башҡа район-ҡалаларына ла урынлаштырырға ниәтләй.
Бының өсөн күп ҡатлы йортта йәшәүселәр үҙ-ара килешеп, идарасы компанияға ғариза бирергә тейеш. Пилот проекты фатир хужаларына коммуналь түләүҙәрҙә асыҡлыҡ индерергә булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.




