Республикала иң күп гәзит-журнал уҡыусылар Ауырғазы районында йәшәй

1 апрелдә Башҡортостанда икенсе ярты йыллыҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, ул июнь аҙағынаса дауам итә. Гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары менән БСТ каналы хәбәрсеһе осрашты.

Фото №1 - Республикала иң күп гәзит-журнал уҡыусылар Ауырғазы районында йәшәй

Почта ҡумтаһындағы һәр яңы гәзит халыҡ өсөн көтөп алынған ҡунаҡ һымаҡ.

Туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған Дания Мансур ҡыҙы гәзит-журналдар кәрәклеге тураһында һөйләй.

“Гәзиттәрҙе тормош менән бер аҙымда барыр өсөн ҡарарға кәрәк. Телде лә байыта ул. Шуға күрә бөтә кешеләргә өндәшәм: гәзиттәр алдырығыҙ, уҡығыҙ!”

Дания Ҡанбәкова, Талбазы ауылында йәшәүсе

Үҙҙәрен ҡыуандырған хәбәрҙе улар тап гәзиттән уҡып белә. Ғафури районында йәшәүсе Нина Павловна ла көнөн гәзит уҡымай үткәрмәй. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының тап ошондай тоғро дуҫтары булғанға Ауырғазы һәм Ғафури райондары республикала иң күп гәзит алдырыусылар исемлегенә ингән. Ике районды хеҙмәтләндергән почта бүлексәһендә эш иртә таңдан башлана.

Ауыл ерендәге өлкәндәр гәзитте өйөнә алдырһа, ҡалала йәшәүселәр уны почта бүлексәһенә килеп тә ала. Рәсәй почтаһының Ленин урамындағы бүлексәһендә бер генә гәзит тә һатылмай, ҡалмай, тип ышандыралар.

“Сәғәт иртәнге һигеҙҙә үк оло йәштәге кешеләр килеп гәзит һатып алырға киләләр”.

Филүзә Суфиянова "Рәсәй почта" элемтәһе бүлеге етәксеһе

Һәр матбуғат баҫмаһының 70 мең тираж менән сығыуы тарихта ғына ҡалһа ла, халыҡ гәзит -журнал алдыра. Ижадсылар уны уҡымлы материалдар менән байытырға тырыша һәм халыҡты йәлеп итеү юлдарын ҡарай.

“Һөйөнсө – ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу шул уҡ хаҡ менән ҡалды. Яҙылыу кампанияһы ваҡытында төрлө акция, конкурстар уҙғарылып тора, уҡыусылар приздар еңә”.

Айнур Дәүләтбәков "Башҡортостан Респуликаһы" нәшриәт йорто бүлеге белгесе
Башбат

Башҡортостанда 150 төр матбуғат баҫмаһы нәшер ителә, улар 300 мең тираж менән сыға.Уларҙың утыҙының Интернет селтәрендә үҙ сайты бар һәм электрон гәзиттәргә яҙылып уҡыу ғәҙәти күренешкә әйләнде.

“Рәсәйҙә яҡынса 50 меңдән ашыу кеше электрон баҫмаға яҙылған. Хаҡы шул уҡ ҡала. Сумманы түләргә һәм үҙ электрон почтағыҙҙың адресын күрһәтергә кәрәк”.

Борис Слуцкий "Рәсәй почтаһы"ның Башҡортостан буйынса филиалы хеҙмәткәре

Заман еле гәзитәрҙе шулай үҙ ағышында өйөрөлдөрә.Ҡағыҙға баҫылғанды өлкәндәр яратһа,йәштәр, ысынлап та, Интернеттан уҡый. Республика матбуғат баҫмаларынан "Молодежная" гәзитен тик электрон рәүештә генә алдырырға мөмкин. Уны хәҙер ҡулға тотоп уҡып булмай. Өсөнсө йыл инде уның хеҙмәткәрҙәре ситтән тороп эшләй. Ваҡиғалар урынына барып мәҡәләне яҙалар ҙа, редакцияла аҙнаһына бер генә йыйылалар. Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йортонан белдереүҙәренсә,ошондай эш режимына күсергә башҡа матбуғат баҫмаларына ла тәҡдим булған. Әлегә күпселек журналистар фрилансер һымаҡ эшләүҙе хупламаған..

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ