Илдең иң йәш табибы Нефтекамала йәшәй

Өс йәшлек Тимофей Морозов федераль каналда барған "Иң яҡшыһы" тапшырыуында уңышлы сығыш яһап, Башҡортостанға ҡайтты.

Фото №1 - Илдең иң йәш табибы Нефтекамала йәшәй

Яҡташыбыҙ телепроекттың алып барыусыһы Максим Галкиндың барлыҡ һорауҙарына ла дөрөҫ яуап биреп, миллиондарса тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Тимофей кешенең анатомияһын ике йәшенән алып өйрәнә башлаған. Асыҡланыуынса, әсәһе тренер булып эшләй, шуға ла өйҙәрендә медицина тематикаһына бәйле китаптар күп. Малай баҫмаларҙағы ҡыҙыҡлы һүрәттәргә ҡарап, организмдың нисек төҙөлөүе, ҡайҙа йөрәк, үпкә, бөйөр урынлашыуы хаҡында бай мәғлүмәт туплаған.

Морозовтар ғаиләһе әйтеүенсә, тапшырыуға төшкән ҡайһы бер мәлдәр эфирға инмәгән, шулай ҙа тап улар Тимофейҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ