Республика башлығы Мәскәүҙә Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Унда төбәктәрҙең конкурентлыҡты күтәреү буйынса эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы.

Владимир Путин белдереүенсә, ғәҙел һәм асыҡ шарттарҙа барған үҙ-ара ярыш иҡтисади һәм технологик үҫештең нигеҙе һәм алға китешкә этәргес бирә. Конкурентлыҡ буйынса хоҡуҡи нигеҙҙәр донъя стандарттарына тура килә, әммә ҡануниәтте һанға һуҡмаусылар ҙа бар. Ил башлығы конкурентлыҡты үҫтереүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Бынан тыш урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты, социаль йүнәлештәге ойошмаларҙы дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы үтәүгә йәлеп итеү мотлаҡ. 2015 йылдан ил буйынса конкурентлыҡ стандарттарын ғәмәлгә ашырыу бара. Былтыр йыл аҙағында был йүнәлеште власть эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип билдәләү хаҡында указ донъя күрҙе. Ултырышта һәм бер төбәк өсөн айырым күрһәткестәр кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Авторы: Рәмзиә Кәримова