Республика предприятиелары федераль программаларҙа һүлпән ҡатнаша

Был турала бөгөн Рәсәй сәнәғәт үҫеше фондының эксперт советы рәйесе Антон Данилов-Данильян Өфөлә, эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа белдерҙе.

Сәнәғәт үҫеше фондының төп маҡсаты эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Фонд түбән проценттар менән кредиттар бирә, шулай уҡ алынған ҡоролмаларҙың хаҡын ҡаплауға субсидиялар бүлә. Уның йыллыҡ бюджеты 20 миллиард һум, һуңғы өс йылда ғына Рәсәйҙә ошо ойошма ярҙамында 200-ҙән ашыу проект финансланған. Әммә Башҡортостан предприятиелары фонд ярҙамы менән файҙаланырға ашыҡмай, былтыр ни бары 6 проектҡа аҡса бүленгән, әле тағы 3 ғариза бирелгән. Сағыштырыу өсөн күрше Татарстан Республикаһы, йәки Владимир өлкәһенән программала 20-шәр предприятие ҡатнашҡан. Фондтың проценттары банктарға ҡарағанда күпкә түбән. Йылына 5 процент менән 5 йылға тиклем кредит алырға мөмкин, әлбиттә предприятиеның үҙ иҫәбендә лә сумманың 15 проценты булырға тейеш . Шулай уҡ башҡа программалар ҙа бар, фонд лизингҡа алынған ҡоролмалар хаҡының бер өлөшөн компенсациялай.

Антон Данилов-Данильян, сәнәғәт үҫеше фондының эксперт советы рәйесе: «ашҡортостан сәнәғәт үҫешкән көслө төбәк, әммә предприятиелар фондтың мөмкинлектәре менән бик һүлпән файҙалана. Шуға күрә осрашыуҙы урынға сығып үткәрергә булдыҡ. Эшҡыуарҙарға программала ҡатнашыу үҙенсәлектәре буйынса мәғлүмәттәр еткерергә теләйбеҙ. Сөнки төп проблема йүнселдәрҙең хәбәрҙар булмауында».

Финанслау өсөн егерменән ашыу йүнәлеш индерелгән. Киләсәктә нано технологиялар, йәғни аҡыллы ҡоролмалар етештереүсе предприятиеларға ла ярҙам күрһәтеү ҡарала.Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, төбәктәрҙә мәғлүмәт етмәй, күптәр ниндәй документтар тапшырырға икәнен белмәй. Йыш ҡына бер үк хаталар осрай. Белгестәр фекеренсә, программала ҡатнашыуҙың артыҡ ҡатмарлығы юҡ, проектты әҙерләп ғариза биргәнсе 3 ай тирәһе ваҡыт китә.Бөгөнгө ултырышта предприятиелар вәкилдәре фондтың эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе.

Авторы: Рәмзиә Кәримова