Өс яҡлы күҙәтеү

Хөкүмәт йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса комиссия ултырышы үтте. Ул Башҡортостан Хөкүмәте, эш биреүселәр һәм профсоюздарҙы үҙ эсенә ала.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер -министры урынбаҫары Салауат Сәғитов билдәүенсә, өс яҡлы комиссия уңышлы эшләй. Мәҫәлән, 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән килешеүҙә ҡаралған 192 пункттың былтыр 7-һе генә тулы кимәлдә үтәлмәгән, ҡалған бурыстар барыһы ла тормошҡа ашырылған. Халыҡтың йән башына тура килгән килеме 28 мең һумдан артҡан һәм унан алдағы йыл менән сағыштырғанда бер процентҡа үҫкән. Эшһеҙлек кимәле кәмеүе күҙәтелә. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, был күрһәткес республикала 5,8 проценттан 5,6 -ға тиклем төшкән.

Владимир Шолом, Башҡортостандың эш биреүселәр союзы рәйесе: «Өс яҡлы комиссия кешенең хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлау, эш хаҡын ваҡытында түләү, эшһеҙлекте кәметеү буйынса бик күп мәсьәләләрҙе хәл итә. Йылдан-йыл һөҙөмтәләр яҡшыраҡ. Элек уртаҡ фекергә килә алмай бәхәсләшеп алһаҡ, хәҙер аныҡ маҡсаттар бар, шуларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ».

Авторы: Рәмзиә Кәримова