1 апрелдә Башҡортостанда икенсе ярты йыллыҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, ул июнь аҙағынаса дауам итә

Ә республикала иң күп гәзит-журнал уҡыусылар Ауырғазы районында йәшәй.

Почта ҡумтаһындағы яңы гәзит Дания Мансур ҡыҙы өсөн көтөп алынған ҡунаҡ һымаҡ. Элек гәзит- журналадарҙы ҡосаҡ менән алдырһа, хәҙер дүртәүгә яҙыла. Туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған ханым ғүмере буйы илдәге хәлдәрҙе ваҡытлы матбуғаттан уҡып белергә күнеккән.

Үҙҙәрен ҡыуандырған хәбәрҙе улар тап гәзиттән уҡып белә. Ғафури районында йәшәүсе Нина Павловна ла көнөн гәзит уҡымай үткәрмәй. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының тап ошондай тоғро дуҫтары булғанға Ауырғазы һәм Ғафури райондары республикала иң күп гәзит алдырыусылар исемлегенә ингән. Ике районды хеҙмәтләндергән почта бүлексәһендә эш иртә таңдан башлана.

Ауыл ерендәге өлкәндәр гәзитте өйөнә алдырһа, ҡалала йәшәүселәр уны почта бүлексәһенә килеп тә ала. Рәсәй почтаһының Ленин урамындағы бүлексәһендә бер генә гәзит тә һатылмай, ҡалмай, тип ышандыралар.

Һәр матбуғат баҫмаһының 70 мең тираж менән сығыуы тарихта ғына ҡалһа ла, халыҡ гәзит -журнал алдыра. Ижадсылар уны уҡымлы материалдар менән байытырға тырыша һәм халыҡты йәлеп итеү юлдарын ҡарай.

Башҡортостанда 150 төр матбуғат баҫмаһы нәшер ителә, улар 300 мең тираж менән сыға.Уларҙың утыҙының Интернет селтәрендә үҙ сайты бар һәм электрон гәзиттәргә яҙылып уҡыу ғәҙәти күренешкә әйләнде.

Борис Слуцкий, «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан буйынса филиалы хеҙмәткәре: «Рәсәйҙә яҡынса 50 меңдән ашыу кеше электрон баҫмаға яҙылған. Хаҡы шул уҡ ҡала. Сумманы түләргә һәм үҙ электрон почтағыҙҙың адресын күрһәтергә кәрәк».

Заман еле гәзитәрҙе шулай үҙ ағышында өйөрөлдөрә.Ҡағыҙға баҫылғанды өлкәндәр яратһа,йәштәр, ысынлап та, Интернеттан уҡый. Республика матбуғат баҫмаларынан «Молодежная» гәзитен тик электрон рәүештә генә алдырырға мөмкин. Уны хәҙер ҡулға тотоп уҡып булмай. Өсөнсө йыл инде уның хеҙмәткәрҙәре ситтән тороп эшләй. Ваҡиғалар урынына барып мәҡәләне яҙалар ҙа, редакцияла аҙнаһына бер генә йыйылалар. Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йортонан белдереүҙәренсә,ошондай эш режимына күсергә башҡа матбуғат баҫмаларына ла тәҡдим булған. Әлегә күпселек журналистар фрилансер һымаҡ эшләүҙе хупламаған.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева