Баш ҡалала «Үҫмер» ҡунаҡханаһы эш башланы

Социаль учреждение ауыр тормош шарттарында ҡалған, ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡтар сәбәпле йорттан сығып китеүсе үҫмерҙәрҙе индерәсәк. Әле ҡунаҡханала ун алты бала йәшәй. Улар менән тәрбиәселәрҙән тыш, психологтар, социаль педагогтар эшләй. Үҫмерҙар ҡул эштәренә өйрәнә, спорт һәм башҡа төр шөғөлдәр менән мәшғүл.

Фото №1 - Баш ҡалала «Үҫмер» ҡунаҡханаһы эш башланы

Уларҙың ата-әсәһе лә бар, йорто ла, ләкин үҫмерҙәр ҡунаҡханала йәшәүҙе хуп күрә. Ваҡытлыса, әлбиттә. Бында уларҙы өйҙәгеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлайҙар. Тиҫтерҙәр бер-береһе менән уртаҡ телде тиҙ таба. Өҫтәүенә ваҡыт та бушҡа үтмәй. Төрлө һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге бар. Малайҙар ҡул эштәренә өйрәнһә, ҡыҙҙар аш- һыу нескәлектәренә төшөнә.

Үҫмер саҡ - кеше ғүмерендә иң ҡатмарлы осор һанала. Был ваҡытта йыш ҡына бала һәм ата-әсә араһындағы мөнәсәбәттәр көрсөккә терәлә. Аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында балаларҙың йорттан сығып китеү, хатта ата-әсәнең үҙ балаһын ҡыуып сығарған осраҡтары ла бар. «Үҫмер» ҡунаҡханаһына тап шундай ҡатмарлы хәлдә ҡалған балар йыйылған. Бында 11 йәштән алып 18 йәшкә тимлемге үҫмерҙәр ваҡытлыса яҡлау таба.

Авторы: Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ