Башҡортостанда «Студент яҙы фестивале» башланды

Йәштәр фестиваленең рәсми өлөшөн йола буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары аса. Бөтә уҡыу йорттарының иң сағыу сығыштары абруйлы жюри тарафынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк гала-концертҡа һайлап алынасаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда «Студент яҙы фестивале» башланды

Рәсәй студеттарының яҙғы фестивале үҙешмәкәр студент ижадын үҫтереүсе берҙән-бер программа. Ул 1992 йылдан бирле тормошҡа ашырыла һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән 2, бөтә Рәсәй кимәлендә 10, округтарҙа 9 һәм төбәктәрҙә 80 сараны үҙ эсенә индерә. «Студент яҙы» фестивале прораммаһында йыл һайын илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендәге уҡыу йорттарынан миллион ярым студент сығыш яһай.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ