Федераль пассажирҙар компанияһы Башҡортостанға үткән йыл өсөн 104 миллион һум һалым күсергән

Баш ҡалала тимер юлы компанияһының вагон предприятиеһы эшләй. Уны үҫтереү һәм пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре компанияның генераль директоры Петр Иванов менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың осрашыуында өйрәнелде.

Фото №1 - Федераль пассажирҙар компанияһы Башҡортостанға үткән йыл өсөн 104 миллион һум һалым күсергән

Рәсәй тимер юлдары йәмғиәте структураһында 18 меңдән ашыу вагон иҫәпләнә. 13 филиал илдә тимер юлдары булған барлыҡ төбәктәрҙе лә хеҙмәтләндерә. Куйбышев филиалы шуларҙың иң ҙуры. Осрашыуҙа ике яҡ өсөн дә отошло проекттар, берҙәм үҫеш юлы барланды.

“Өфө территорияһында уртаса 1091 кеше эшләй. Федераль пассажирҙар компанияһы өсөн был мөһим предприятие”.

Петр Иванов, “Федераль пассажирҙар компанияһы" акционерҙар йәмғиәте генераль директоры

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ