Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау

Иглин районында теркәлгән себер түләмәһенә бәйле карантин иғлан ителде. Ҡурҡыныс сир йоҡторған бер баш һыйыр быҙауы менән юҡ ителде. Төбәктә ветеринарҙар ауырыуҙы кисектереү өсөн бар көсөн һала.

Фото №1 - Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау

Был – төбәктең Буденновский ауылында үткән тактик-штаб күнекмәһе сценарийы. Ғәҙәттән тыш хәл уйҙырмаһын бөтөрөү эштәрен БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.

Махсус техника себер түләмәһе табылған шәхси йортҡа ашыға. Ихатала ҡурҡыныс сирҙән һыйыр малы үлгән. Ауырыуҙы ауыҙлыҡлау өсөн ветеринарҙар бар көсөн һала.

“Беҙҙең ҡоролмала 150 кг ауырлыҡҡа тиклем малды яғырға була. Крематорҙа 2 сәғәт эсендә мал көлгә әйләнә. Себер түләмәһе менән ауырыған һыйырҙы тураҡларға ярамай, сөнки уның ҡаны сығырға тейеш түгел. Шуға күрә уларҙы башҡа махсус урынға барып яғабыҙ”.

Вәхит Әбделмәнов, оператив төркөм ағзаһы

Малдың сире урында уҡ асыҡлана. Тактик-штаб күнекмәләре барышында күсмә ветеринар-диагностика лабораторияһы эшләне. Әйткәндәй, ул бөгөн тәүге һынау ҙа үтте тип әйтергә мөмкин. Күсмә станция былтыр бешмә сиренән һуң һатып алынған. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған лабораторияла дүрт кеше эшләй. Һәр береһе айырым йүнәлеш өсөн яуаплы.

“Ауырыуҙы өс табип: бактериолог, вирусолог һәм судролог билдәләй. Тиҙ арала 30-40 төр диагноз ҡуйырға мөмкин. Лабаратория эше вирусты киң таралмаҫ төрөн билдәләп саралар күрергә ярҙам итә”.

Азамат Буканов, ветеринар-диагностика лабораторияһы етәксеһе

Һыйыр малынан алынған анализ һөҙөмтәләре кәм тигәндә 2-6 сәғәт эсендә билдәле була. Ҡуйылған диагнозды дәлилләү өсөн ул Өфө лабораторияһына ҡабат тикшереүгә ебәрелә.

Себер түләмәһе табылған ике мал да ауылдан ситкә сығарылып яндырылды. Уның менән бергә малдың ашаған бесәне, тиҙәге, шулай уҡ түшәме лә үртәлде. Артабан ул көл-күмергә әйләнгәс ҡабат дезинфекцияланып ергә күмелә. Әйткәндәй, был урын махсус комиссия тарафынан алдан билдәләнгән.

Сара барышын республиканың тиҫтәнән ашыу төбәгенән килгән ауыл хужалығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгестәре күҙәтте. Тактик-штаб күнекмәләрен былтыр Туймазы һәм Бүздәк райондарында ебәрелгән хаталар өҫтөндә эш тип тә аңларға кәрәк. Ул саҡта Туймазы районының барлыҡ ведомстволары ла был хәлгә әҙер булмай сыға.

“40 йыл буйына күрмәгән хәлде күрҙек. Бөгөнгө көндә төрлө хәл сығыуы ихтимал, беҙ уға әҙер булырға тейешбеҙ. Бөтә республика халҡына берҙәм булырға кәрәк”.

Азат Йыһаншин, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе
Башбат

Ошоно иҫәпкә алып белгестәр халыҡты уяу булырға саҡыра. Йорт хайуанында ниндәйҙер шик табылған хәлдә тиҙ арала мал табиптарына мөрәжәғәт итеү талап ителә. Бының өсөн республикала "ҡыҙыу линия"ла эшләй.

“Республикабыҙҙың ветеренария идаралағында ҡыҙыу элемтә эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡан ваҡытта 8 800 77 55 828 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин”.

Линар Йыһаншин, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе

Иглин районында үткән күнекмә һуңғыһы булмаҫ, ти белгестәр. Ул алдағы көндәрҙә республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтәсәк. Барыһы ла пландан тыш уҙғарыла. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында баҙап ҡалмаҫ өсөн.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ