Быйыл күрһәткес тағы ла ике тапҡырға үҫергә тейеш. Был турала Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегененең Өфө бүлексәһе етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыу барышында белдерҙе.
Яҡтар үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү стратегияһын ҡараны. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ тармағында хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Осрашыуҙа алдағы аҙнала Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға эш сәфәре планы билдәләнде.





