Юлдарҙа ҡар менән бергә асфальт та ирей. Бигерәк тә һуңғы көндәрҙә баш ҡала урамдарында соҡорҙарҙың күпләп хасил булыуы күҙәтелә. Был зыян күргән автомобилдәрҙең артыуына килтерҙе. Ирекһеҙҙән водителдәр тәгәрмәстәрен алмаштырырға йәки эргә-тирәләге автосервистарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
Күп кенә осраҡта хужалар кисергән зыянды үҙ кеҫәһенән ҡапларғә күнеккән. Шулай ҙа судҡа мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ошондай автоһәүәҫкәрҙәрҙең береһе менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Өфөнән Илнур Шәрәфетдиновтың иртәһе инспекторҙар саҡырыу менән башланды. Ҡариҙел урамындағы тәрән соҡор уның автомобиленә ҙур ғына зыян килтергән. Кемдеңдер ғәйебе менән күрелгән матди юғалтыуҙы водитель үҙ кеҫәһенән ҡапларға теләмәй. Шуға ла ул адвокат менән судҡа мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
Ике аҙна элек барлыҡҡа килгән был соҡорҙа көн һайын тирлек тиҫтәләрсә автомобиль зыян күрә. Уның тәрәнлеге яҡынса 15 сантиметр самаһы. Әлбиттә, бындай юлда тәгәрмәс кенә түгел, двигателдең дә сафтан сығыуы ихтимал. Хәйер, һуңғы көндәрҙә Өфөлә бындай урындарҙы һәр урамда тиерлек осратырға мөмкин.
Юлдағы соҡорҙар водителдәргә оло мәшәҡәт тыуҙыра, уны урап үтеү йыш ҡына авария менән дә тамамланыуы ихтимал. Уның ҡарауы, тәгәрмәсте йәйгеһенә алыштырырға иртәрәк булһа ла, шина ремонтлаусыларҙан сират өҙөлмәй. Улар өсөн килемле осор башланды.
Норматив талаптар буйынса оҙолоғо 60, киңлеге 15 һәм тәрәнлеге 5 сантиметрҙан тәрәнерәк булған соҡорҙар мотлаҡ ямалырға тейеш. Ә унда автомобиль тәгәрмәсе төшөп берәй ере онталһа, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарын саҡыртып аварияны теркәргә һәм яуаплы ойошманан матди зыянды суд ала талап итергә кәрәк.
Әлеге ваҡытта Өфөнөң барлыҡ райондарында ла ремонт эштәре бара. Ваҡытлыса күрелгән сара күңелһеҙ хәлдәрҙе әҙ генә булһа ла иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Күләүек эсендәге соҡорҙарҙы ямау өсөн хеҙмәткәрҙәр төнгө сәғәттәрҙә эшләргә мәжбүр.





