Яу юлдарын иҫләп

18 йәшендә генә ул һуғышҡа инә. Фронтта бер тапҡыр ҙа яраланмай. Ауырғазы районында йәшәүсе 92 йәшлек Шәриф Мөсәғитов Берлинғаса барып етеп, тыуған яғына 1949 йылда әйләнеп ҡайтҡан. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән. Ветеран әле лә сафта, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла йөрөй.

Миҙалдар сыңы был йортта Шәриф Ғәҙи улы костюмын йылына бер-нисә тапҡыр осрашыуға әҙерләгәндә һәм Бөйөк Еңеүҙе билдәләгәндә - 9 май көндө ишетелә. Уның күкрәген "Батырлыҡ өсөн", "Варшаваны азат иткән өсөн" ,"Берлинды алған өсөн" һәм башҡа наградалар биҙәй. Һалдат 92 йәшендә лә кәүҙәһен хәрбиҙәрсә төҙ тота. Шәриф Мөсәғитов һуғышҡа 18 йәшендә ингән.

Кананада... Беренсе Беларсуь фронты ут асты, немецтар ҙа яуап ҡайтара. Аталар, бомбалар шартлай. Яҡты торған көн, тағы төнгә әйләнде...

Шәриф Мөсәғитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Мөсәғитов кеүектәр тураһында "ул бөркәнсектә тыуған" тиҙәр. Ниндәй генә бомба яуҙырған мәлдәр булмаһын - ул һуғыштан иҫән сыға, яраланмай. Көн-төнгә әйләнә ине, ти ул дәһшәт утының иң ҡыҙыу саҡтарын хәтерләп.

Берлинға тиклем 60 саҡрым, шул алтмыш километрҙы 12 көн буйына барҙыҡ. Немец һәр бер сантиметры өсөн тора.

Шәриф Мөсәғитов, Бөйөк ватан һуғышы ветераны

Берлинды саҡрымлап түгел, сантиметрлап алдыҡ, ти ветеран. Бөйөк Еңеүҙән һуң ул тыуған яңғына 1949 йылда әйләнеп ҡайта. Ғүмер буйы водитель булып эшләй, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, ветерандар хәрәкәтендә йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Ул әле лә Ватаны яҙмышы өсөн борсолоп йәшәй. Мартта уҙған мөһим кампаниянан да ситтә ҡалманы- ил башлығын һайлауҙа ҡатнашты.

18 йыл элек тормош иптәшен юғалтҡан әле балалары тәрбиәһендә. Дүрт балаға ғүмер биргән ир-уҙаман хәҙер ете ейән-ейәнсәргә һәм ете бүләгә олатай. Иң ҙур теләге , әлбиттә, тыныслыҡ. Сөнки уның йәшлек йылдарын ҡара һөрөмгә буяған аяуһыҙ һуғыш уны һаман да төштәренә инеп йонсота.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.