Истамбулда тарихи композиция

Мәскәү ҡалаһының "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең фольклор төркөмө Истамбул ҡалаһында республикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе - күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған иҫтәлегенә клип төшөрҙө.

"Әрүахтар һамағы" Республиканың 100 йыллығына арналған тарихи композиция. Милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре уны Әхмәтзәки Вәлиди туған менән бер рәттән республикаға нигеҙ һалыусы барлыҡ шәхестәрҙең рухына бағышланы. Йырға клиптың төп өлөшө Босфор боғаҙы ярында төшөрөлдө.

Фольклор төркөмө ағзалары Истамбулдың туризм үҙәктәрендә башҡорт халыҡ ижады ынйыларын күрһәтте. Сағыу милли кейемдәрҙәге сығыштарҙы күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Милләтәштеребеҙ менән осрашыуға Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә Туған да килде. "Аҡ тирмә" үҙәге вәкилдәре менән бергә арҙаҡлы ғалимдың Истамбул университеты эргәһендә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Ҡурай моңо яңғыраны.

Мәҙәни проект Башҡортостан башлығының Рәсәй Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге башланғысы менән ғәмәлгә ашырылды. Йырға клип төшөрөүҙән тыш, Мәскәүҙең "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең фольклор төркөмө Төркиәлә Наурыз байрамы уңайынан уҙғарылған халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашты.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.