Ҡарасҡылар зоопаркы

Бер оҫтаханала йөҙәрләгән йәнлек-хайуан. Айыу, бүре, төлкө, мышы һәм башҡаларға Өфө районында йәшәүсе Александр Крыгин икенсе ғүмер бирә. Уҙаман 80-се йылдарҙан алып таксидермия менән шөғөлләнә. Тәү ҡарашҡа ҡул оҫтаһының ижад емештәре урманда йөрөгән йәнлек-хайуандарҙан һис тә айырылмай.

Фото №1 - Ҡарасҡылар зоопаркы

Йәнлектәрҙе бер ай элек кенә һунарҙа атып алынған тип әйтмәҫһең дә. Матурлығын һис кенә лә юғалтмаған. Тот та кире урманға иреккә ебәр. Александр Крыгиндың төлкө, айыу, бүре, мышы һәм башҡа хайуандар тиреһен ҡулланып эшләгән ҡарасҡылары зоопаркты хәтерләтә. Утыҙ йыл таксидермия менән шөғөлләнгән замандашыбыҙҙың маҡсаты - януарҙарҙы ысынбарлыҡҡа тап килтереп эшләүгә ҡайтып ҡала.

Эшем әллә нимә уйлап сығарыу талап итмәй. Йәнлек, хайуандарҙы оҡшатып эшләргә тырышам. Ҡарасҡылар оҙаҡ һаҡланһын тип тырышам.

Александр Крыгин, ҡул оҫтаһы

Оҫтахананы райондарҙан һунарсылар үҙҙәре эҙләп килә. Оҫтаға хайуандың ҡарасҡыһын эшләү өсөн кәмендә ай самаһы ваҡыт талап ителә. Уға бер үк ваҡытта фотограф, ағас эше оҫтаһы, рәссам да булырға тура килә.

Был ижад емеше өсөн хәтһеҙ ваҡыт кәрәк. Маникен елемгә кипһен өсөн ҡаҙаҡ ҡағыла, ун көндән уларҙы алырға мөмкин буласаҡ. Артабан мышыны тигеҙләп буяу этабы. Һөҙөмтәлә бына ошондайыраҡ эш килеп сыға.Ҡарап тороуға мышының күҙҙәре ысын һымаҡ, әммә уларға яһалма күҙҙәр ҡуйыла.

Шулай уҡ тештәре лә, теле лә пластиктан эшләнә. Бары тик тиреһе генә ҡала. Ҡул оҫтаһы әйтеүенсә, йылдар үтеү менән ҡарасҡы йәнлек-хайуандарҙың үҙҙәренең тештәре төшә башлай. Шунлыҡтан быны алдан иҫәпкә алыу мөһим.

Александр Крыгин был шөғөлгә 80-се йылдарҙа уҡ тотона. Бөгөн ул бер шикләнеүһеҙ бөтә төр йәнлек-хайуандарҙың тиреләрен эшкәртә алам, тип яуаплай. Эшҡыуарға башлыса йәнлек тиреләренән балаҫ һорап заказ күп бирәләр. Ҡурайсы Илнур Хәйруллиндың сәхнә кейеменең авторы ла ул. Сит илдәрҙә бүре башын кейеп сығыш яһаған яҡташыбыҙ тамашасыларын ғәжәпкә ҡалдырыуын дауам итә.

Өзләү, ҡубыҙ менән ҡулланғанда костюмды ябынып сығам. Үҙебеҙҙең тамашасылар быны бик йылы ҡабул итте. Сөнки бүре төрки халыҡтарының тотемы булып тора. Ә сит яҡтарҙа йөрөһәм тарихты һөйләп үтәм.

Илнур Хәйруллин, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы

Александр Крыгиндың эштәре шулай уҡ музей-күргәҙмәләрҙе лә биҙәй, хайуандар донъяһын һөйөүселәрҙе ҡыуандыра. Үҙе лә шөғөлөнән ҙур кинәес таба. Шуға ла ижадсы күп ваҡытын оҫтаханала үткәрә.

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ