Ишембай районының Байғужа ауылында Тәйрүк йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан.
Көндөң икенсе яртыһында, көндөҙгө сәғәт дүрттән һуң ауылдың уң яғынан кинәт һыу күтәрелә башлай. Ҡар һыуҙары ҡыш туңған боҙ өҫтөнән ағып тиҙ арала яҡын-тирәлә урынлашҡан унлап йортто баҫа. Ауыл халҡы өсөн был йыл да ҡабатланған күренеш булһа ла, ғаиләләр ҡаралтыларын, мал-тыуарын хәүефһеҙ ергә күсереп өлгөрмәгән. 600- ләп кеше йәшәгән ауылда мәктәп уҡыусылары ла күп. Улар юл өҙөлөү сәбәпле, уҡырға бармаған.
Һыу баҫыу хәбәре ҡотҡарыу хеҙмәтенә еткерелеү менән халыҡ, балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгән ике кеше резина кәмәләрҙә хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Ваҡиға шаһиты телефондан хәбәр итә.
Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының Ишембай районындағы ҡотҡарыу отряды тарафынан һыу кимәле тикшерелеп тора. Зыян күргән бер генә кеше лә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙеләр урындағы етәкселәр. Һыу баҫыу ҡурҡынысы күперҙең күтәртелмәүе, уның тәпәш булыуына бәйле. Яҡын киләсәктә был проблемаға бәйле мәсьәлә лә хәл ителәсәк.




