Дини байрам уңайынан, Республика Башлығы христиандарға мөрәжәғәт итте.
"Изге Пасха байрамы уңайынан республика христиандарын ихлас күңелдән тәбрикләйем. Рәсәйҙә киң билдәләнгән байрамдарҙың береһе күп быуаттар дауамында изгелек ҡылырға әйҙәй, тормош һынауҙарына бирешмәҫкә ярҙам итә, йәшәргә көс, дәрт бирә. Бөгөн иһә Пасха диндарҙарҙы мөхәббәтле һәм мәрхәмәтле, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булырға, мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтә. Башҡортостандағы дини конфессиялар милләт һәм конфессия- ара мөнәсәбәттәрҙе, ғаилә ҡиммәттәрен һәм бай мәҙәни мираҫты нығытыуға булышлыҡ итә. Ошо матур байрам барыбыҙҙы ла тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн мөһим эштәргә дәртләндереүен теләйем.", тиелә Башҡортостан Башлығы ҡотлауында.




