Интернет аша ғына юлдарҙы ремотлау

Бер йыл элек Өфөлә емерек юлдар картаһы барлыҡҡа килде. Интернеттағы был ресурста һәр кем урамдарҙа хасил булған соҡорҙар тураһында хәбәр итә, уларҙы фотоһүрәткә төшөрөп ебәрә ала.

Фото №1 - Интернет аша ғына юлдарҙы ремотлау

Был мәғлүмәт шунда уҡ ремонт бригадаларына еткерелә. Ошондай ысул менән бөгөн баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре бара. Икенсе йыл инде яуаплы ойошмалар яңы ҡоролма менән файҙалана. Алмазлы дисктар эштәрҙе тағы ла сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә. Был көндәрҙә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы вәкилдәре юлдарҙағы етешһеҙләктәрҙе битум менән ямай. Һауа температураһы тотороҡланыу менән улар бөртөклө асфальт ҡулланыуға күсәсәк.

“Үткән йылдан алып яңы техника менән ҡулланабыҙ, ул соҡорҙарҙы яҡшы ямай. Башта соҡорҙо киҫәбеҙ, аҙаҡ тәрәнәйтәбеҙ, асфальт һипкәс, уны компрессор менән ҡоротабыҙ, асфальт температураһы 180 градустан 240 етә”.

Марсель Фазлыев, Өфөнөң Совет районы төҙөкләндереү идаралығы мастеры

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ