Иглин районынан фермер Хәсән Иҙиәтуллин менән Кушнаренко районынан Марсель Әхиәретдинов маршрутты 22 августҡа тиклем үтергә ниәтләй. Оло юлға һыбайлап 30 март сыҡҡандар. Әле улар Сызрань ҡалаһын уҙған.
“Мәскәүгә тиклем 891 саҡрым, ә беҙгә тағы 5 мең километр уҙырға кәрәк. Юлыбыҙҙың оҙонлоғо менән сағыштырғанда, Мәскәү яҡында ғына", тиҙәр улар үҙҙәре.
Билдәле булыуынса, яҡташтарыбыҙ көнөнә 40-50 саҡрым ара уҙа, күберәк йәйәү атлайҙар. Был видеояҙмала Хәсән Иҙиәтуллин тағы ла биш мең саҡрым арауыҡты үтергә кәрәклеген билдәләй.




