Боҙҙоң көндән-көн йоҡарыуына ҡарамаҫтан, республика йылға-күлдәрендә балыҡ тотоусылар кәмемәй.
Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә ҡотҡарыусылар рейдҡа сыҡты. Улар боҙ өҫтөндәге балыҡсылар менән осрашып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Бының өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле транспортҡа күсеп ултырған. Боҙҙа ла, һыуҙа ла, ҡоро ерҙә лә йөрөүгә һәләтле техника тиҙлеген сәғәтенә 90 километрға тиклем еткерә ала. Яҫтыҡтағы һауа судноһының өҫтөнлөктәрен ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре баһалап өлгөргән дә инде. Былтыр Мәләүез районында юғалған туристарҙы ҡотҡарыу операцияһына тап ошо транспорт сараһы йәлеп ителгән. Рейд барышында балыҡсыларға аңлатыу эштәренән тыш, иҫкәрмәләр ҙә таратыла.
Әле Ағиҙел йылғаһындағы боҙҙоң ҡалынлығы 60 сантиметр самаһы. Әммә яҙғы боҙға ышанырға ярамай, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Йыл башынан республика йылға-күлдәрендә өс фажиғәле хәл теркәлгән. Икәүһендә балалар ғүмере өҙөлдө. Шуға ла был көндәрҙә ата-әсәләрҙең иғтибарлы булыуы талап ителә.




