Заман техникаһы

Шишмә районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре тимер сылбырлы скутер уйлап тапҡан. Ҡар епшек булыуға ҡарамаҫтан, техника һынауҙы уңышлы үткән. Ул уңайлы һәм аҙ сығымлы булыуы менән алдыра

Фото №1 - Заман техникаһы

Мотоблок моторы, ҡаргиҙәр сылбыр тәгәрмәсе, мотоцикл руле. Барыһы ла ҡулдан яһалған. Ҡеүәте биш ат көсөнә бәрәбәр. Педагог Ринат Рәхимов етәкселегендәге техника ҡороу түңәрәгенә йөрөүселәрҙең был тәүге ҙур хеҙмәте.

Быйыл техниканы ҡороуға ай самаһы ваҡыт талап ителгән. Ул 60 килограмм тарта. Гусеницалы скутер бензин ярҙамында эшләй. Бер сәғәткә бер литр тура килә.

Ҡаргиҙәрҙе хәтерләткән техника әүҙем ял яратыусылар өсөн яйлы. Бар хәүефһеҙлек саралары ла ҡаралған. Шулай ҙа юлға сығыу тыйыла. Шуға ла балалар ҡар барҙа учреждение ихатаһында елдерә.

“Ҡаргиҙәр туризм өсөн бик ҡулай. Ҡышҡыһын балыҡсылар өсөн уңайлы тип әйтер инем. Техника әллә ниндәй ҡатмарлы түгел. Яғыулыҡ булһа етә”.

Ринат Рәхимов, Шишмә районының пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусыһы

Әлбиттә, балалар яңы техниканы тулыһынса үҙләштереп өлгөрмәһә лә, көндәр йылыныуға икенсе асыштарын тәҡдим итмәксе. Уҡыусылар был яңылыҡты ғаилә велосипеды тип атаған. Балалар уйлап сығарған әйберҙәр тик бының менән сикләнмәй. Улар түңәрәктә мәҫәлән, ағас һырлау буйынса ла оҫталыҡтарын нығыта.

”Электр дрель, лобзик, станок та алдыҡ, балалар улар менән файҙалана. Айырыуса малайҙар өсөн был бик кәрәкле һөнәр, тип һанайым”.

Роза Сәләмова, Шишмә районының пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусыһы

Шишмә районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын уңышлы тормошҡа ашыра. Әле эшләйһе эштәр алда әле, тип билдәләй уҡытыусылар. Улар киләсәктә был малайҙар араһынан инженер, конструктор, технологтар үҫеп сығырына өмөт итә.

Башбат

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ