Бағры бағыу серҙәре

Бағры бағыр ир икән. Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы халҡы төбәктә берҙәр-бер балыҡ хужалығы ойошторп ебәргән фермер Ғаяз Фәтҡуллин хаҡында шундай фекерҙә. Былтыр көҙҙән ғәмәлгә ашырыла башлаған проект әле яңы кимәлгә сыға. Йәй етеү менән фермерҙар туристарға бағры ҡармаҡлау бәхетен бүләк итмәксе.

Ғүмере буйы ауыл ерендә йәшәп, мал ҡарарға күнеккән Ғаяз Фәтҡуллин өсөн дә бағры хужалығы яңы шөғөл. Балыҡ йылҡы йәки һыйыр малы түгел, эше анһатыраҡ тип шатлана хужа. Әммә бағрыны ла ваҡытында ашатырға, һыуының сафлығын даими күҙәтеп торорға кәрәк.

“Башҡа балыҡтарҙан айырмалы рәүештә, бағры бер ҡасан да үҫеүҙән туҡтамай. Улар ҡышҡыһын да йоҡламай. Әммә был миҙгелдә һыуҙың түбән температуралы булғанлығына күрә, балыҡтарҙың аҙыҡ үҙләштереү процессы яйыраҡ башҡарыла, шуға ҡышҡыһын уларҙы әҙерәк ашатабыҙ”.

Ғаяз Фәтҡуллин, фермер

Фәтҡуллиндар Күгәрсен районында ярайһы уҡ тәжрибә туплаған фермерҙар. Быға тиклем улар йәшелсә үҫтереү, ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнгән. Былтырҙан башлап улар агротуризм һәм балыҡсылыҡ йүнәлешен дә үҙләштергән.

Бағры балыҡтарын Фәтҡуллинлар Тирмәнкүл шишмәһендә үрсетә. Улар өсөн махсус өс бассейн ойошторолған. Эрерәктәрен айырым тоталар. Уларҙы йәйгелеккә, туристар өсөн әҙерләйҙәр.

Ғаяз Фәтҡуллинға тормош иптәше Ләлә ханым ярҙам итә. Балыҡ үрсетеү фекерен дә тәүгеләрҙән булып ул тәҡдим итә.

“Баймаҡҡа барған ваҡытта беҙ унда Иван Алексеевич Лаврентьев менән таныштыҡ, ул беҙгә бағыр тураһында һөйләне. Үҙе был балыҡты егерме йыл буйына үрсетә икән. Беҙ уны үҙебеҙҙең участокты килеп ҡарарға саҡырҙыҡ. Иван Алексеевич урам аша аҡҡан шишмәбеҙҙе тикшерҙе, бында балыҡ үрсетеп була, тине. Шунан ул командаһы менән килеп беҙгә сымдарҙы эшләп китте”.

Ләлә Фәтҡуллина, фермер

Яңы шөғөл һәр ваҡыт йәшәү дәрте өҫтәй, тормошҡа ҡот алып килә,- ти фермерҙар. Фәтҡуллиндар үҙҙәрен хәҙер йылғыр бағры балыҡтары кеүек тоя. Үҫеш өсөн маҡсат бар. Башҡортостанда үрсетелгән балыҡтарҙы, республикаға килгән туристар ҙа тәмләп ҡарараға тейеш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.