Энәле үҫемлектәр

Өфөнөң Ботаника баҡсаһында үҙенсәлекле күргәҙмә." Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә баш ҡалала тематик экскурсиялар үткәрелә. 7-8 апрель тропик һәм субтропик үҫемлектәр оранжереяһында кактустар менән дә таныша ала.

Фото №1 - Энәле үҫемлектәр

Донъяның ниндәй генә өлөшөн алһаҡ та, кактустар беҙҙең тормошобоҙҙан айырылғыһыҙ. Тәбиғәттә генә уларҙың мең ярымдан ашыу төрө осрай. Кактустарҙың үҙенсәлеге ҡоро климат шарттарында ла һыу туплай алыуында. "Гөлшат" кактустар һәм суккуленттар клубына йөрөүселәр иһә 43 йыл дауамында ошо төр үҫемлектәр үрсетеү менән мауыға.

“Кактустар ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле үҫемлектәр. Был күргәҙмә кактустар донъяһы менән ҡунаҡтарҙы таныштырыр өсөн, һәүәҫкәрҙәр һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең бер-береһе менән аралашыуы өсөн ойошторолдо”.

Гөлнара Ишмәкова, Өфөнөң ботаника баҡса-институтының кесе ғилми хеҙмәткәре

Белгестәр үҫемлектәрҙе яҙ күсереп ултыртыу хәйерлерәк, тип иҫәпләй. Кактустарға һыуҙы ла йыш һибеү кәрәкмәй, әммә крандағы хлорланғаны уларға килешмәй. Һыу һибер алдынан ике тәүлек тондорорға кәрәк, яҡтылыҡ яратыусы үҫентеләргә ямғыр һыуы ла яҡшы. Көршәктәр ҙә тамыр ҙурлығына ҡарап һайланыла. Күсереп ултыртҡанда ҡороған һәм сирле тамырҙарҙы алып ташларға тәҡдим ителә.

Эхинопсис кактусы грек теленән башҡортсаға терпегә оҡшаш кактус тип тәржемә ителә. Үҫемлектең һабаҡтары шар рәүешендә, үҫә бара ул цилиндр формаһын да алыуы мөмкин. Сәскәләре аҡ, ҡыҙыл, алһыу төҫтә.

Кактустар күргәҙмәһенә килеүсе хужабикәлә үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәрен тыңланы, талымһыҙ һәм энәле үҫентеләрҙе тәрбиәләү, ландшафтты биҙәү эштәрендә уңышлы ҡулланыу ысулдарын да өйрәнде. Уларҙың радиация нурҙарын йотоуын, күпләп кислород бүлеп сығарыуын, көньяҡ Амаерикала хатта ризыҡ булараҡ та ҡуллананыуҙары хаҡында ла мәғлүмәт белде.

“Бындағы күргәҙмә тураһында интернет аша белдем. Тағы ла мастер-класс буласаҡ, шәхсән коллекциямды ла тултырыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә бында үҙ теләгем менән кактустарҙы өйрәнергә килдем”.

Рита Кирәева, республика экология-биология үҙәге методисы

“Кактустар матур итеп сәскә ата. Эштән арып ҡайтҡанда кактус сәскә атып ултырһа кәйефтәр күтәрелеп китә”.

Рузалия Фәтҡуллина, күргәҙмә ҡунағы

Кактустар һәм суккуленттар күргәҙмәһен ойоштороусылар ботаника баҡсаһына ата-әсәләре менән бергә килеүсе балаларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Йәшел энәле үҫемлектәрҙе йорт шарттарында тәрбиәләүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа кактус үҫтереүселәрҙе ҡыҙыҡлы һорауҙарға күмде. Үеҫмелектәрҙең был төрөн үҙ итеүселәр үҙҙәрендә булмаған кактус үҫентеләрен һатып алып ҡыуанды.

Башбат

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ