Йырсы яҡташыбыҙ

Салауат районы ҡыҙы Наҙгөл Отузова Беренсе каналда ойошторолған "Голос. Дети" проектының ярымфиналына үтә алманы. Яҡташыбыҙ тапшырыуҙың уҙған сығарылышында бер сәхнәлә ике дәғүәсеһе менән бергә сығыш яһаны.

Ҡыҙҙар инглиз телендә билдәле йырсы Аделдың "Ямғыр аҫтында ялҡын" йырын башҡарҙы. Моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта заманса яңғырауышлы композиция. Остаздар ҡатнашыусыларҙың профессиональ кимәлгә етеүҙәрен, яғымлы, таҙа һәм бер ниндәй хатаһыҙ йырлауҙарын билдәләп үтте. Бәйге талаптарына ярашлы, популяр рэпер, композитор Баста өс ҡыҙҙың тик берәүһен генә киләһе этапҡа үткәрергә тейеш ине. Был бәхет Киевтан Эльвира Апшеваға эләкте. Проект менән хушлашҡанда, Наҙгөл тамашасыларға, остаздарға рәхмәтен белдерҙе.

Наҙгөл Отузова: “Әлбиттә күңелһеҙ. Әммә бында ҡатнашыу ҙур тәжрибә бирҙе”.

Әйткәндәй, яҡташыбыҙ биш йәшенән сәхнәлә. "Тамыр" телеканалының "Сулпылар" тапшырыуында ла ҡатнаша. Республика, ил кимәлендәге вокал конкурстарында сығыш яһап бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнә. 2016 йылда "Спутник ФМ" радиостанцияһы ойошторған "Өфө тулҡыны" музыкаль проектында ла "Дебют" номинацияһы еңеүсеһе тип танылғайны.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.