Таланттар йондоҙлоғо яңы исемдәр аса. Өфөлә ижади конкурстың һайлап алыу туры башланды.
"Таланттар йондоҙлоғо" конкурсы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ойошторола. Етенсе тапҡыр уҙған быйылғы конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 500-гә яҡын бала үҙ көсөн һынай. Был әле беренсе тур ғына, икенсе тур май башында үтә. Еңеүселәр июндә Өфөлә үтәсәк Гала-концертта сығыш яһай. Конкурстың төп ойоштороусыһы "Әсә йөрәге" төбәк ойошмаһы. Быйыл конкурс "Тамыр" балалар телеканалы менән берлектә ойошторолған.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы абруйлы жюри ағзалары баһалай. Улар билдәләүенсә, һәләтле балалар бик күп, һайлап алыуы еңел түгел. Икенсенән, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн был сара бик мөһим. Өфөнөң 13-се коррекция мәктәп-интернаты конкурсҡа "Урал батыр" эпосын әҙерләгән. Костюмдар менән уҡыусыларҙың ата-әсәләре ярҙам күрһәткән. Оҙайлы репетициялар һөҙмтәһеҙ үтмәне, беҙ икенсе турға үттек, еңеүгә ышанабыҙ, ти ҡыҙҙар.




