Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
Актриса 1947 йылдың 18 авгусында Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында донъяға килгән. Рәмзиә Хисамова алтмышынсы йылдар аҙағында, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына оло сәхнәгә аяҡ баҫа. Актриса ролдәрҙе үҙенә генә хас амплуа менән башҡара. Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендә Нәркәс, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төнөндә» Зөбәржәт һәм Тәңкәбикә , «Ташлама утты, Прометей!»ҙа Агазия һәм башҡалар. Ул әле лә сәхнә түрендә һәм театрҙа барған спектаклдәрҙә ихлас уйнай: Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@тущка.ru» комедияһында - Бибисара ҡарсыҡ, Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында - Таңдыса һәм башҡа бөтә күңелен биреп эшләгән образдарын тамашасылар яратып ҡарай. Ижад кисәһендә уның ҡатнашлығында спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.




