Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Республикала дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада дауам итә. Бөгөн ярыш волейбол буйынса үтте.

Фото №1 - Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ойошторған спартакиада 18 йыл рәттән ойошторола. Ул тиҫтәнән ашыу спорт төрөн үҙ эсенә ала. Дәүләт органдарында эшләүселәр саңғыла шыуыу, бильярд, шахмат, шашка һәм башҡа төрҙәрҙә үҙ көсөн һынай. Волейбол буйынса ярышта 6 команда ҡатнаша. Уйынсылар әйтеүенсә, ярышҡа ҡараш етди. Командалар алдан уҡ ныҡлап әҙерләнә, күнекмәләргә йөрөй. Волейбол ярышында беренсе урынды Республика башлығы Хакимиәте командаһы яуланы. Икенсе баҫҡыста Хөкүмәт, өсөнсөлә Дәүәләт Йыйылышы-Ҡоролтай командаһы. Әлеге заманда сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалайбыҙ икән шәхсән өлгө күрһәтеү мотлаҡ, өгөт-нәсихәт уҡыу ғына етмәй, ти улар.

Тәүге маҡсат – сәләмәт тормошалып барыу, икенсеһе – йәштәргә өлгө күрһәтеү. Беҙ үҙебеҙ ғүмер буйы спорт менән шөғөлләндек, хәҙер бында йәштәр ҡатнашыуы ла күренә. Уйындарҙы балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, коллектив килеп ҡарай. Икенсе тапҡыр улар ҙа ҡатнашыр тип ышанабыҙ.

Кинйә Күскилдин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ