Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Өфөләге сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә лә тикшереүҙәр тынмай. Был аҙанала ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерлек кимәле барланды.Халыҡты эвакуациялау һәм янғынды һүндереү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Сценарий буйынса, бина эсендә йәрәхәт алып ут ҡамауында ҡалыусылар һаны тиҫтәгә яҡын ине
Төтөн, бер ни ҙә күренмәй тиерлек. Сауҙа һәм күңел асыу үҙәгенең икенсе ҡатында ут сыҡҡан. Сценарий буйынса, хәүеф зонаһы кинотеатр һәм уйын майҙансығы. Уҡыу тревогаһы яңғырау менән ойошма персоналы ял итергә килгән халыҡты урамға оҙата башланы. Комплекстың майҙаны ҙур, бында фитнес-зал да урынлашҡан. Көндөҙ унда спорт менән шөғөлләнергә килеүселәр ҙә күп була.
Ете йөҙҙән ашыу кеше яҡынса дүрт минут эсендә хәүефһеҙ урынға сығарылды. Әммә был бөтәһен дә ҡотҡарҙылар тигән һүҙ түгел. Сценарий буйынса бина эсендә йәрәхәт алып, йә башҡа сәбәп буйынса ут ҡамауында ҡалыусылар ҙа бар.
Ҡотҡарыусылар оҙаҡ көттөрмәне. Яҡынса биш минут ваҡыт эсендә килеп етте. Шулай уҡ башҡа махсус хеҙмәттәр ҙә оперативлыҡ күрһәтте. Бина эргәһендә штаб ойошторолдо, утҡа ҡаршы көрәштә комплекслы эш алып барылды. Янғын һүндереүселәр төтөн ялмап алған бинаға инеп, ҡотҡарыу операцияһын башланы. Әйткәндәй, урындағы кафела ут ҡамауында тиҫтәгә яҡын кеше ҡалғайны. Сценарий буйынса күптәр төрлө йәрәхәттәр алған, иҫен юғалтҡан. Зыян күреүселәргә кислород маскалары кейҙерелде, улар тиҙ арала комплекстан сығарылды.
Кинотеатрҙа ғына алты зал иҫәпләнә, ҡотҡарыусылар уларҙың һәр ҡайһыһын ентекләп ҡарап сыҡты. Бәлки, унда ла зыян күреүселәр барҙыр?!
Ултырыу урындарының һәр бер рәтен урап сыҡҡандан һуң, бында кешеләрҙең булмауы асыҡланды. Тамашасылар бит запас ишек ярҙамында бинаның ҡыйығына сыҡҡайны. Улар өҫтән махсус ҡоролмалар, баҫҡыстар ярҙамында төшөрөлдө. Ҡотҡарыу һәм янғынды һүндереү операцияһын халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Бындай уҡыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Берҙәм эш ырамлы була тиҙәр, уҡыу барышында ҡотҡарыусыларҙың эше юғары баһаланды
Өфөнөң сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә бындай комплекслы уҡыуҙар тағы ла үткәреләсәк. Эш процессы барышында биналарҙағы янғын сигнализацияның төҙөклөгө, эвакуация юлдарының уңайлы булыу-булмауы ла тикшерелә.




