Кемеров ҡалаһындағы янғын эҙметәләре бөтөрөлөп тә өлгөрмәне ут Башҡортостандың сауҙа үҙәктәренең береһенә лә тоҡанды. Шишәмбе кис Нефтекама ҡалаһының Үҙәк баҙарында янғын сыҡты.
Бер ҡатлы кирбес бинала ут сығыуы тураһында хәбәр дежур часҡа төнгө сәғәт 10 тула 19 минутта килә. Утты һүндереүҙә 70-ләп кеше, ике тиҫтәнән ашыу техника ҡатнашты. Янғын таңғы биштәргә генә һүндерелде.
Нефтекама ҡалаһы сауҙа баҙарында сыҡҡан янғынга нимә сәбәпсе булыуы әлегә аныҡ ҡына билдәһеҙ. Һатыусы Нәзилә Нуриәхмәтова ут электр сымдарына боҙбармаҡтар төшөүенән сыҡҡандыр тигән фаразлай.
Сауҙа баҙарында янғын сығыуы тураһындағы мәғлүмәт шишәмбе киске сәғәт ундар тирәһендә теркәлә. Бәхеткә, ҡазаланыусылар юҡ. Ул ваҡытта күптәр өйҙәренә таралған булған. Объект үҙе ҡала милкендә түгел. Ул ете эшҡыуар ҡарамағында эшләгән. Бында барлығы егермеләп сауҙа рәттәре урынлашҡан булған. Һатыусылар матди зыян күләмен миллиондар менән баһалай.
Әйткәндәй, сауҙа баҙарына бәйле Нефтекамала теркәлгән был тәүге осраҡ түгел. Быға тиклем дә ошо уҡ үҙәктә сауҙа рәттәрендә янғын сыҡҡан. Ул саҡта белгестәр ут төртөлгән тигән һығымта сығарған.
Объекттың киләсәге икеле. Бинаның һүтелеп ташланыуы, йә төҙөкләндереүе лә ихтимал. Белгестәр баһаны алдағы көндәрҙә бирәсәк. Ә лаборатория тикшереүҙәренән һуң янғын сәбәптәре билдәле буласаҡ. Әлегә электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы төп фараздарҙын береһе булып ҡала.




