"Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк" тап ошо исем аҫтында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы өсөнсө медицина форум-күргәҙмәһе асылды.
"ВДНХ -Экспо" күргәҙмәләр залында форумды асыу тантанаһында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Сара республиканың ғына түгел, илдең алдынғы медицина белгестәрен бер майҙанға йыя. Тармаҡтағы мәсьәләләр һәм алдағы йылдарға бурыстар билдәләнә. 2019 йылда республикалағы бөтә поликлиникалар ҙа "Һаҡсыл поликлиника" системаһында эшләргә тейеш. Киләсәктә республикала сәләмәт йәшәү төбәк стратегияһы булдырыласаҡ. Уның комиссияһын үҙе етәкләйәсәге тураһында белдерҙе Республика Башлығы. Алдағы ике йылда Башҡортостанда яңы кимәлдәге медицина учреждениелары төҙөү ҡаралған.
Форум сиктәрендә медициналағы һуңғы ҡаҙаныштарҙы берләштергән күргәҙмә эшлне. Илдең 17 төбәгенән 190 предприятие заманса медицина техникаһы һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итә. Күргәҙмәлә республика шифаханалары ла ҡатнаша. Өс көн дауамында бында баш ҡалала йәшәүселәр сәләмәтлеген тикшертә ала. Шулай уҡ ҡан бирергә мөмкин. "Вднх -Экспо" күргәҙмәләр залы майҙанында күсмә ҡан биреү станцияһы эшләй.




