Республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә 5 тиҫтәнән ашыу кеше, улар төрлө һөнәр эйәләре. Әммә барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы, тыуған төйәгенең лайыҡлы киләсәге өсөн янып йәшәүселәр.
Бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, залда ултырыусыларҙың һәммәһен дә уртаҡ яҙмыш бәйләй. Беҙ бөтәбеҙ ҙә республиканың үҫешенә тос өлөш индерәбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡорт ғаиләһе, туған тел, халыҡтар берҙәмлеге көнө. Республикала туған телде үҫтереүгә, пропагандалауға, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналған сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Был йәһәттән Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, "Халыҡтар дуҫлығы" йорто ҙур эш алып бара. Бөгөн комитет рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Башҡортостанда һыу тамсыһындағы һымаҡ тотош ил мәҙәниәте сағыла, беҙҙә 100-ҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй, ошо байлыҡты һаҡлау фарыз, ти ул.
Илшат Хәсәнов Үзбәкстанда башҡорт ҡоролтайын етәкләй. Тап ул Ташкенттағы үҙәк урамдарҙың береһенә Әхмәтзәки Вәлиди исемен бирҙереүгә өлгәшә. Илшат Хәсән улы ошо һорау менән Ислам Кәримовҡа тиклем барып етә һәм маҡсатына ирешә. Үзбәкстан телевидениеһы һәм радиоһында әле лә башҡорт телендәге тапшырыуҙар донъя күрә. Рухлы милләттәшебеҙ 8-се тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан бөгөн дә сафта, телем, халҡым тип янып йәшәй. Илшат Хәсәновтың күкрәгендә хәҙер милли батырыбыҙ ордены балҡый.
Республиканың иң юғары наградаһы Салауат Юлаев ордены бөгөн билдәле бейеүсе, педагог Гүзәл Абсатароваға ла тапшырылды. Сәхнә оҫтаһы Фәйзи Ғәскәров бейеү ансамбле менән Ер шарының төрлө ҡитғаларын урап сыҡҡан. Әле ул йәштәрҙе милли сәнғәт серҙәренә төшөндөрә. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, эшһөйәр, илһөйәр шәхестәребеҙ республиканың төп байлығы. Башҡортостандың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенә һәр берегеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәте һалынған, тине ул.
Залда төрлө быуын, һөнәр вәкилдәре. Ғүмер буйы һайлаған һөнәренә тоғро үҙ эшенең оҫталары ла, мәктәп уҡыусылары ла. Өфөлә 8 синыфта ғына белем алған ике үҫмергә Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының почет грамотаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Времечко" тапшырыуы етәксеһе һәм алып барыусыһы Эрнст Хәйруллин, "Рәсәй-Башҡортостан" каналы журналисы Рәмзит Абуляев Башҡортостан башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Яңылыҡтарҙа эшләү һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше, тормош мәғәнәһе, ти Рәмзит Рәшит улы.
Һәр бер бүләкләнеүсе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Уларҙың биографияһы асыштарға ла, ҡаҙаныштарға ла бай, уңыш өсөн төрлө кәртәләр аша үтергә лә тура килә. Әммә көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәт менән бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Бүләкләү тантанаһы шуға асыҡ миҫал.
Һәр кем үҙ яҙмышының хужаһы. Тормош юлын илем, халҡым тип янып-балҡып йәшәргә лә, артыҡ борсолмайынса ағым ыңғайына ғына йөҙөргә лә мөмкин. Һәм тәүгеләре, йәғни илһөйәрҙәр, республиканың төп байлығы. төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше лә уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле. Юғары дәүләт наградалары
йылдар дауамындағы ошо эшмәкрлеккә лайыҡлы баһа.




