Ҡояшлы көндәр ҡарҙың ҡапыл иреүенә килтерҙе. Ер туң, һыу тиҙ генә тупраҡҡа һеңеп өлгөрмәй. Был күренеш иһә ҡайһы бер төбәктәрҙә һыу баҫыу осраҡтарына юл аса.
Һыу баҫыуы көтөлмәгән хәлгә әүрелеп ҙур мәшәҡәттәр килтереүе ихтимал. БСТ каналы хәбәрсеһе шундай бер-нисә ғаилә менән осрашты. Мәҫәлән, Лобовтар, улар бынан биш йыл элек Өфөнөң Калинин районы Йылҡыбай ауылында социаль торлаҡ төҙөү маҡсатында ер участкаһы ала. Йорт һалып сыға. Әммә ташҡын уртаһында ҡалырбыҙ тип уйлап та бирмәй. Уйһыу урында урынлашҡан яңғыҙ өй ихатаһында быйыл ҡар һыуҙары йыйыла. Хужалар йоманан бирле тейешле хеҙмәттәрҙең иғтибарын йәлеп итә алмаған. Йоманан бирле һыу баҫа, өйгә лә инеп булмай, ти дүрт бала әсәһе Юлия Лобова.
Өфөнөң Калинин районы коммуналь хужалығы идаралығы Лобовтар ихатаһын һыу тотҡононан ҡотҡарыу өсөн махсус техника ебәреүен ебәрҙе, тик туңған ер хатта, экскаваторға бирешмәне тип белдерҙе ғаилә ағзалары. Уҙған ҡыш ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан быйыл ысынлап та, тупраҡ ҡатламы тотошлайы менән боҙ киҫәгенә әйләнгән. Урыны менән уның ҡалынлығы хатта, бер метрға етә. Көндәр йылытыу сәбәпле, ҡапыл ирегән ҡар иһә халыҡ өсөн ҙур һынауға әйләнде.
Стәрлетамаҡ районы Марьевка ауылында 10 йорт ихатаһын һыу баҫты. Яҙҙың көтөлмәгән бүләгенән был тирәләге халыҡ ҡеүәтле насостарҙы ҡабыҙып ҡына ҡотола алды.
Сиратта Көйөргәҙе районы. Ҡар һыуҙары Яңауыл-Яҡшымбәт юлын йыуған. Яңыраҡ ҡына төҙөлгән трассаға ер-һыу ҡороғас яңынан ремонт талап ителәсәк.
Синоптиктар Башҡортостан йылғаларының ҡарҙан әрселеүен дә 11 апрелгә генә көтә ине. Әммә һыу ятҡылыҡтарында хәрәкәт иртәрәк башланды. Ишембай районында Тәйрүк, Стәрлетамаҡта Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары үҙҙәре тураһында белгертеп өлгөрҙө.
Ҡотҡарыусылар фекеренсә, ташҡын хәүефе юғары булған йылғаларҙың күбеһе әле уянып өлгөрмәгән. Һыу баҫыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында Өршәк һәм Һаҡмар йылғаларында боҙ шартлатыу саралары уҙғарылған. Был аҙна дауамында Инйәр, һәм Ағиҙелдең үрге ағымында ла шартлатыу командаларының эше көтөлә. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы башланып торған аҙна дауамында тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. Урыны менән төрлө кимәлдәге яуым-төшөм күҙәтелеүе фаразлана. Төндә һыуытып, көндөҙ йылытып торасаҡ. Был күренеш яҙғы ташҡынды һүлпәнәйтергә мөмкинлек бирәсәк тип өмөтләнә белгестәр.




