Монополияға ҡаршы көрәш буйынса федераль хеҙмәт Өфөлә дауаханаларға, мәктәптәргә аҙыҡ-түлек етештереүсе ике компанияға ҡарата тикшереү эшен ҡуҙғатты. "Сластена", "Восход" компаниялары ҙур күләмдә штраф түләйәсәк.
Социаль туҡланыуҙа картель күренеше - был ике ойошма мәктәптәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндә хаҡтарҙы төшөрмәҫкә һүҙ ҡуйған. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары быны асыҡлағандан һуң, монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәте тикшереү башлай. Дауаханаларға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаһына төшкө аш әҙерләүселәр, дөйөм ҡағиҙә буйынса, тендерҙа ҡатнашҡандан һуң билдәләнә. Үҙ хеҙмәттәренә түбән хаҡ ҡуйыусылар тендерҙы ота. Әммә был осраҡта аш тәрилкәләрендә ниндәй аҙыҡ буласағы ла ҙур һорау тыуҙыра.
Балыҡтың насар өлөштәре ухаға ҡулланыласаҡ, ә иң яҡшылары - өйҙәге киске ашҡа. Ауырыуҙарға аш бешереүсе ашнаҡсылар бер-нисә ай эсендә эш хаҡы ла алған, шул уҡ ваҡытта иң сифатлы аҙыҡ-түлек рәүешендәге "премияларҙы" запас ишектән өйҙәренә ташыған. Аутсорсинг ойошмаһы етәксеһе хеҙмәткәрҙәрҙең урлашыуын пациенттарҙың ялыуынан һуң асыҡлаған. Юлия Романчева аҙыҡ-түлек өлкәһендәге бизнестың еңел түгеллеген үҙ миҫалында татыған. Ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәре урлашыуы ғына етмәй, туҡландырыусы фирмаға көнөнә пациенттарҙы 50-70 һумға ашатырға тура килә.
Эшҡыуарҙарҙы билдәле суммаға тәмле һәм сифатлы итеп ашарға бешерергә аукцион шарттары һәм "Һатып алыуҙар" тураһындағы 44 -се федераль закон мәжбүр итә. Рационды әҙерләүҙә ҡатнашҡан подрядсылыр хаҡтарҙы төшөрөргә тейеш була. Кемдер был осраҡтан уңышлы файҙалана. Һирәк осраҡта, дауаханаға бешереүҙән тыш, махсус уҡыу йоттары ашханаларына үтеп инеү өсөн тағы ла отошлораҡ тендерҙар килеп сыға.
Меню ҡулланыусылар йәмғиәте тарафынан 10 көнгә раҫлана. Уның хаҡы 202 һум. 28-се мәктәп-интернатында был суммаға тап килтереп эшләргә тырышалар. Әммә ҡайһы берҙәрендә сифат артынан ҡыуып, меню хаҡы үҙгәргән осраҡтар ҙа бар.
Насар күреүсе балалар белем алған 28-cе мәктәп-интернат Өфөлә беренселәрҙән булып аусорсингка бешерелгән аш-һыуҙы ауыҙ иткән. Үткән йылдың авгусынан аш контейнерҙарҙа килтерелгән. Микротулҡынлы мейестәрҙә йылытылыуы уҡыусыларға оҡшамаған. Шуға ла бешереү ҡағиҙәләрен үҙгәртергә булғандар. Ашнаҡсылар аш-һыуҙы мәктәп ашханаһында әҙерләй. Ҡатмарлыҡтар өсөн хаҡ та бер-ни тиклем күтәрелгән.
Өфөлә күп кенә фирмалар "тәмле эш" өсөн көрәшә. Нисек кенә булмаһын, аутсорсингты ҡурҡыныс бизнес, тип танырға мәжбүрбеҙ. Былтыр октбярь айындағы хәл-ваҡиғалар быға асыҡ дәлил: билдәһеҙ кешеләр Римма Безнадежныхҡа атты. Эшҡыуар ханым дауаханаларҙы һәм төбәк шифаханаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән.Тәфтишселәр һөжүм ханымдың һөнәри эшмәкәрлегенә бәйле тигән ҡарашта. Аукциондар барышында тағы ла бер енәйәткә юл ҡуйылыр ине. Монополияға ҡаршы көрәшеүселәр "Восход" икмәк комбинаты һәм "Сластена" компанияларына ҡаршы тикшереү эшен башланы. Ике яҡ та бергәләшеп 40- тан ашыу тендерҙа ҡатнашҡан, улар законға ҡаршы сығып, үҙ-ара хаҡтарҙы төшөрмәҫкә һүҙ ҡуйышҡан
"Восход" менән "Сластена" араһында йәшерен һүҙ ҡуйышыу ихтималлығын Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары асыҡлаған. Улар шулай уҡ 44-се федераль законға үҙгәрештәр индерергә саҡыра. Иң яҡшыһы был ҡанунды социаль туҡланыуҙы тәьмин итеүсегә ҡарата бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тәҡдим итә. Был йәһәттән Ульяновск өлкәһендә алға китеш бар. Улар Дәүләт Думаһына дауаханаларҙа, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу хаҡында айырым закон ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыш яһай.
Ошондай уҡ тәҡдим Кремлдә лә ҡабатланды. Социаль туҡланыуҙа таҙа конкуренция булдырыу маҡсатында Владимир Путин аукциондарҙа өҫтөнлөк менән ҡулланыусы дәүләт тәьмин итеүселәрен баҙарҙан алып ташлауҙы талап итә. Аутсорсинг өлкәһендә реформа күптән өлгөрөп еткән. Балалар һәм пациенттар тәмле һәм сифатлы аш менән тәьмин ителһен, ә уларға аш хәстәрләүселәрен көндәштәре юҡҡа сығармаһын өсөн.




