Республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең Бөтә Рәсәй финанс грамоталыҡ аҙналығы башланды. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сара йәмәғәтселектең финанс белемен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Сөнки халыҡтың матди тотороҡлоғона тотош илдең иҡтисади ныҡлығы ла бәйле.
Финанс грамоталыҡты арттыруға арналған саралар республиканың төрлө учреждениеларында бара. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетта үткән фестивалдә БСТ каналы хәбәрсеһе лә ҡатнашты.
Эмиссия, депорт, авизо. Ҡолаҡҡа ят был терминдарҙы күптәрҙең ишеткәне лә юҡ, ишетһәң дә, аңларлыҡ түгел. Ә финанс система өсөн улар бик мөһим, белгестәр иһә был төшөнсәләрҙең мәғәнәһен биш бармағы һымаҡ белә. Баҡтиһәң , әлеге уҡыусылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡатмарлы терминдарҙы аңлатыуы ауыр, ә бына интернет һатып алыуҙар, аҡса әйләнеше, терминал эшмәкәрлеге буйынса үҫмерҙәр яҡшы хәбәрҙар. Һигеҙ район командаһы ла һынауҙың бар этаптарын уңышлы үтеп сыҡты.
Интеллектуаль уйында өлкән синыф уҡыусылары ҡатнаша, улар араһында киләсәген финанс өлкә менән бәйләргә теләүселәр күп түгел. Әммә барыһы ла бөгөнгө заманда аҡса менән эш итә белеү мөһим тип иҫәпләй. Сөнки матди тотороҡлоҡ күпме килем алыуҙа ғына түгел, ә табышыңды һөҙөмтәле итеп ҡуллана белеүҙә лә. Аҡсаны бала саҡтан уйлап, һаҡсыл тотоноу мөһим, ти улар. Жюри ағзалары ла уҡыусыларҙың финанс белеме артыуын иҫбатлай, йәштәр күп уҡый, күп белә, уйын мәлендә үҙ хаҡлығын иҫбатлап бәхәскә инеүселәр ҙә бар.
Фестиваль сиктәрендә уҡыусылар финанс план төҙөй, теге йәки был хыялын тормошҡа ашырыу юлдарын күрһәтә ала. Шулай уҡ үҙеңде эшҡыуар йәки инвестор роленә ҡуйып ҡарарға ла мөмкин. Башҡортостандың финанс министры Рида Собханҡолова фекеренсә, халыҡтың иҡтисади белеменә тотош илдең тотороҡлоғо бәйле. Рәсәйҙә финанс грамоталыҡ стратегияһы ла булдырылған.
Боронғолар аҡса иҫәп ярата тигән, бөгөн иһә финанс белем үҙеңде мутлашыуҙарҙан һаҡлау өсөн дә кәрәк. Шуға финанс грамоталыҡ аҙналығы сиктәрендә балалар, үҫмерҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә төрлө саралар ойошторола. Үҙ белемеңде тикшереп ҡарарға, яңылыҡтар менән танышырға, эшлекле уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин.
Әлеге заманда финанс белемле булыу бик мөһим. Һүҙ һөнәр һайлау хаҡында бармай, тәү нигеҙҙәрҙе, төп ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү мотлаҡ. Сөнки бөгөн мутлашыуҙар аҙым һайын һағалап ҡына тора. Интернет селтәрендә лә, телефон аша ла, кибеттәрҙә лә, күсемһеҙ милек йәки кредит алғанда ла алданырға мөмкин. Финанс грамоталыҡты арттырыу саралары йәмәғәтселекте хаталы аҙымдар яһауҙан ҡурсалау маҡсатын ҡуя ла инде.




