Сигеү сәнғәтенең милли биҙәктәре. Өфөнөң "Урал" галереяһында дизайнер-модельер Роза Юлдашбаеваның шәхси күргәҙмәһе тамамлана. Ике аҙна дауамында барған экспозиция бик күп халыҡты йәлеп иткән. Өйрәнергә теләүселәр ҙә табылған.
Рәсәй милләттәренең үҙенә генә хас биҙәктәре. Ул Роза Юлдашбаеваның сигеү сәнғәтенә нигеҙ һалынған тәүге ижад емештәренең береһе һанала. Тап ошо эше уға биҙәү-ҡулланма ижадын ныҡлап өйрәнергә этәргес бирә. Башҡорт милли биҙәктәрен яңы кимәлгә күтәреүгә ирешә.
Һуңғы ваҡытта сигеү сәнғәтенә иғтибар арта. Бигерәк тә төньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында. Улар милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡ һаҡлап, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер бер генә мәҙәни сара ла балаҡатайҙарҙан тыш үтмәй. Быйыл мәҫәлән, тәүге тапҡыр "Һылыуҡай" матурлыҡ конкурсы ҡатнашыусылары ҡайып сигелгән кейемдәрҙә сығыш яһаны.
Ошо рәүешле ҡайып сигеү сәнғәтен уҡыу йорттарында уҡытыу, өйрәтеү мөһим. Юғиһә, шөғөлдөң урындағы халыҡта ғына ҡалып, артабан юғалыуы ла ихтимал. Роза Юлдашбаеваның шәхси күргәҙмәһе тап ошо маҡсаттан сығып ойошторолдо ла инде.




