Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Йәшәгән, ти..." спектакленең премьераһы аншлаг менән үтте. Сценарийға ярашлы, төп геройҙар - ауыл кешеләре һәм йорт хайуандары. Украина драматургы Мария Ладоның пьесаһын башҡортсаға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тәржемә иткән.
Даша мул тормошта үҫһә, Леша ярлы ғаиләнән. Атаһы эсә. Шуға ла ҡыҙҙың яҡындары егетте үҙһенмәй. Мөнәсәбәттәренә ҡаршы сығалар.
Спектаклдә барлыҡ күренештәр ҙә һарайҙа бара. Кешеләр сәхнәнән сыға ҡалһа, йорт хайуандары һөйләшә башлай. Хужаларының көндәлек мәшәҡәттәренә, проблемаларына аңлатма бирергә тырышалар.
Һәр ваҡыт маһайып, ғорур йөрөгән әтәс һарайҙа тәүлек әйләнәһенә бикле торған йорт хайуандарына ҡыҫҡа концерттар ойоштороп, уларҙың күңелдәрен күрергә тырыша. Бигерәк тә сусҡа был күренеште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Уның да осҡоһо килә. Иреккә сығаһы. Әммә хужаларҙы ташлап китеп булмай, улар бит тәмле ашата. Был ролде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова башҡара. Спектакль тормошҡа ҡарашты төптән үҙгәртте,-ти сәхнә оҫтаһы.
Спектаклдә комедия аша кешеләрҙең тормош фажиғәһе асыла. Төп геройҙар Даша менән Леша атай-әсәй булырға йыйыныуын йорт хайуандары тәүгеләрҙән булып ишетеп, ҡыуанып ҡабул итә, ә бына ҡыҙҙың яҡындары өсөн был яңылыҡ кисерә алмаҫлыҡ проблемаға әүерелә. Әйтерһең дә, буласаҡ сабый - ауыр бер йөк. Һарайҙа йәшәп, бер яҡтылыҡ күрмәгән йәндәрҙе был күренеш аптырауға һала. Улар нисек тә булһа бәләне булдырмаҫҡа ынтыла.
нисектер ҡотҡарырға, ҡурсаларға тырышалар. Ә кешеләр нисектер иғтибарһыҙыраҡ, улар үҙ эштәре менән мәшғүл.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистарына был спектаклде сәхнәгә сығарыуға ни бары ай ярым ваҡыт талап ителә. Өфө тамашасыһы премьераны яратып ҡабул итте




